Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Июнь 2022, 13:30

12 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр

Иғтибарлап  ҡарағыҙ әле, бәлки, ул һеҙгә тап булыр

12 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр
12 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр

Эҙләүселәр хәбәр итеүенсә, Иглин районы Күҙәй ауылында йәшәгән 12 йәшлек Айлита Ғәлиәхмәтова өйөнән 22 июнь көнө сығып китеп кире ҡайтмаған. Шул ваҡыттан уның тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ.

Билдәләре: буйы 150 см, уртаса кәүҙәле, сәсе оҙон ҡара, күҙҙәре һоро-зәңгәр төҫтә.

Ул көндә өҫтөнә аҡ футболка, ҡара джинсы салбар кейгән, аяғында - аҡлы-һороло кроссовка.

Үҫмер хаҡында мәғлүмәт белеүсе булһа, 112 йәки 89373102112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото:mybashkortostan.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: