Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Июнь 2022, 14:30

Афарин, Радмир!

Инде барыһы ла уңышлы тамамланды тигәндә, малай үҙен ҡотҡарам тип килгән атаһын күреп ҡала һәм түңәрәкте этеп, атаһына йәбешә. Һөҙөмтәлә атаһы ней йөҙә алмай, ней йылғаның төбөн тапмай. Шул саҡта улар икеһе лә бата башлай...

Афарин, Радмир!
Афарин, Радмир!

Ҡыйыу кешеләр арабыҙҙа йәшәй. Шундайҙарҙың береһе тураһында бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һөйләне. Үткән ялдарҙа 12 йәшлек Радмир Хөснөтдинов Усолка йылғаһында ике кешене үлемдән ҡотҡарған. Малайҙың Стәрлетамаҡтағы 6-сы гимназияла уҡығаны билдәле.

“Һыуҙа икенсе класс уҡыусыһы бата башлаған. Малайына табан йүгереп барған атаһы улын һыуҙан үҙаллы сығара алмаған. Әгәр шул мәлдә яндарында Радмир булмаһа, төҙәтеп булмаҫ бәлә булыр ине. Бер минут та уйлап тормайынса, ул һыуға батып барғандарға ярҙамға ташланған һәм ҡотҡарыу түңәрәге менән уларҙы һыуҙан тартып сығарған. Малай ысын ирҙәрсә эш иткән. Һәм был ҡылыҡ баһалап бөткөһөҙ. Уға ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт! – тип яҙҙы район башлығы. – Улдарын тәрбиәләгәндә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ кеүек мөһим сифаттар һалған өсөн ата-әсәйҙәренә айырыуса рәхмәт әйткем килә, шуға күрә фажиғәнән ҡотола алдыҡ”.

Был хәл тураһында “Звезда” гәзите лә яҙа. Радмир батып барған бала яғына өрөп тултырылмалы балалар түңәрәге ташлай һәм ул шунда уҡ уға тотона. Инде барыһы ла уңышлы тамамланды тигәндә, малай үҙен ҡотҡарап тип килгән атаһын күреп ҡала һәм түңәрәкте этеп атаһына йәбешә. Һөҙөмтәлә атаһы ней йөҙә алмай, ней йылғаның төбөн тапмай. Шул саҡта улар икеһе лә бата башлай.

Шул саҡта йәнә Радмирҙың түңәрәге күҙгә салына. Улар уға йәбешә һәм үҫмерҙән ярға табан тартыуҙы һорай. Малай икеһен дә ярға сығара ала.

“Малай батып үлер тип кенә ҡурҡтым. Ә уларҙы атаһы менән икеһен һөйрәү ауыр булманы. Мин һыуҙа яҡшы йөҙәм, дүртенсе кластан йөҙөү менән шөғөлләнәм. Киләсәктә программист булырға хыялланам”, – тигән ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: