Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Июнь 2022, 20:00

Раил дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!

Автомобиль эсендәгеләрҙең кейеме яна башлай, улар араһында бәләкәй бала ла була... 

Раил дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!
Раил дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!

Бәләкәй балалы ғаилә китеп барған автомобиль юлдан осоп ситкә төшөп китә һәм яна башлай. Был хәлде ошо уҡ юлдан үтеп барған Раил Атимбәтов күреп ҡалып туҡтай. Ул шунда уҡ янып ятҡан машина янына йүгереп бара һәм салондағыларҙың бөтәһен дә тышҡа сығарыуға өлгәшә.

Был ваҡытта ут көсәйеп, ҡаза күреүселәрҙең кейеме яна башлаған була. Раил тиҙ арала ярҙам күрһәтеп, бәләгә тарығандарҙы хәүефһеҙ урынға күсереп өлгөрә. Шулай итеп, ҡыйыу егет дүрт ғүмерҙе ҡотҡара. Афариндан башҡа нимә тиһең был осраҡта!  

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/pozitiv_news_ufa

Раил дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!
Раил дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: