Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Июль 2022, 20:00

Атай кеше ике балаһын бишенсе ҡаттан ташлай...

Ғаилә йүгереп балконға сыға, тик бында ла ҡотолоу юлын тапмайҙар.

Атай кеше ике балаһын бишенсе ҡаттан ташлай...
Атай кеше ике балаһын бишенсе ҡаттан ташлай...

Был видеояҙманы тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел. Хәл бер нисә йыл элек Владимир өлкәһенең Струнино ҡалаһында була. Биш ҡатлы йорттоң бишенсе ҡатында йәшәгән ғаилә хәүефле хәлдә тороп ҡала. Дүртенсе ҡатта янғын сыға һәм ағыулы төтөн тиҙ арала уларҙың фатирын тултыра. Ғаилә йүгереп балконға сыға, тик төтөндән бында ла ҡотолоп булмай.

Ғаиләлә ике бала була: 11 айлыҡ Женя менән өс йәшлек Ксюша. Атай кеше балаларын ҡотҡарыр өсөн аҫтағы кешеләргә ҡысҡырып, уларҙы тотоуҙы һорай. Йыйылған халыҡ балаҫ һуҙа. Ир кеше тәүҙә 11 айлыҡ балаһын ташлай, артынан ҡыҙҙарын. Шөкөр кешеләр уларҙы тота.

Балалар ҡотолғас, ҡатын кешенең сираты етә. Әсе төтөн уйлап торорға мөмкинлек бирмәй: ҡатын да ергә һикерә. Аҫтағы кешеләр уны ла тота ала. Иң һуңғы булып ғаилә башлығы һикерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауыр булып сыға һәм балаҫҡа эләкһә лә, кешеләр ҡулынан төшөп китә һәм йәрәхәтләнә. Уның умыртҡа һөйәге зыян күрә һәм ҡулы һына. Тик иң мөһиме ул иҫән ҡала.

Әйткәндәй, аҫтағы кешәләргә балаҫты улар үҙҙәре ташлай. Баҡһаң, кәрәкмәгән балаҫ балконда һаҡланған, уны күршеләренә бирергә уйлағандар. Ә инде утлы тотҡонда ҡалғас, ғаилә башлығы күп уйлап тормай, балаҫты үтеп барған кешеләргә ташлай һәм уларҙы тотоуҙы һорай.

Әгәр шунда атай кеше юғалып ҡалһа, йә аҫтағы кешеләр уларҙы тотмаһа, ниндәй фажиғә булыр ине бит!

Фото: tvc.ru/new

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: