Янғын сығыуын иҫкәрткән приборҙар республикала әллә күпме кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалды. Асҡын ауылындағы ваҡиға ла приборҙы ҡуйыу кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
61 йәшлек ир электр плитәһенә кәстрүл менән һыу ҡуя ла ятып ял итмәксе була. Тик ҡаты йоҡоға тала. Уны янғын сығыуын иҫкәртеү приборының әсе тауышы уята. Баҡһаң, кухнялағы электр плитәһе ни сәбәптәндер ауып төшөп, һөҙөмтәлә өй стенаһына ут тоҡанған, йорт эсе төтөнгә сумған була.
Ир утты һүндерергә тотона. Тауышҡа күршеһе килеп етә. Икәүләп көс-хәл менән янғынды һүндерә алалар, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Республикала граждандарҙың 12 категорияһы янғын сығыуын иҫкәртеү приборын бушлай ала. Бының өсөн Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенә 8-347-272-00-24 телефоны буйынса шылтыратырға йәки [email protected] электрон почтаһына заявка ебәрергә кәрәк.
Фото: fireman.club