Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә 18.00 сәғәт тирәһендә Сибай ҡалаһының оператив дежур төркөмөнә ашығыс хәбәр килә. Магнитогорскиҙан Ғәҙелша шарлауығына ял итергә килгән 1957 йылғы ҡатын бәләгә тарый. Ул бейек ҡаянан йығылып төшөп, аяғын ауырттыра. Дуҫтары авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.
Бәләгә тарыған ҡатын янына Сибайҙан ҡотҡарыусылар - Бүләк Ишемғолов, Фәнис Яҡшыбаев, Илшат Ғәйнетдинов һәм Динис Биктимеровтар килеп етә. Шулай уҡ улар менән "Ашығыс ярҙам" машинаһы фельдшеры Шамил Ҡустыбаев та Ғәҙелша шарлауығына үрмәләй. Аяғы һынған ҡатынды ҡотҡарыусылар ҡаялы-ташлы урындан ике саҡрымдан ашыу араны күтәреп алып сыға.
Зыян күргән турист Сибай дауаханаһына урынлаштырылған.
Ғәҙелша шарлауығы - Баймаҡ районының иң бейек шарлауыҡтарының береһе. Ул ҡаялы-таулы ерҙә урынлашҡан. Шарлауыҡҡа менеү өсөн тар һуҡмаҡтар буйлап ҡаялы урындарҙан юғарыға үрмәләргә кәрәк. Шуға күрә тәбиғәткә сәйәхәткә сығыр алдынан барыр ерегеҙҙең ҡайҙа урынлашыуын, ниндәй юлдар аша үтергә кәрәк буласағын өйрәнегеҙ. Хәүефһеҙлек талаптарын инҡар итмәгеҙ!
Фото: "Сибайский рабочий" гәзите.