Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Июль 2022, 21:00

Ә һин өҫтөнлөктәреңде билдәләнеңме?

Башҡортостанда мөһим социаль акция башлана.

Ә һин өҫтөнлөктәреңде билдәләнеңме?
Ә һин өҫтөнлөктәреңде билдәләнеңме?

Башҡортостанда бөгөндән “Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!” тип аталған бөтә Рәсәй социаль кампанияһы старт алды. Ул урам киҫелештәрен үткән саҡта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелә.

Ошо айҡанлы бөгөн “Рәсәй” матбуғат үҙәгендә конференция үтте һәм тап ошонда акцияға старт бирелде. Сарала Башҡортостандың юл хужалығы һәм транспорт министры Александр Булушев, Башҡортостандың баш автоинспекторы, полиция полковнигы Владимир Севастьянов, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Ғәниев, “Хәүефһеҙ хәрәкәт” эксперт үҙәге генераль директорының проект эше буйынса урынбаҫары, Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләренең координация советы ағзаһы Валентина Кульбицкая ҡатнашты.

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр илдәге ун аварияның туғыҙы транспорт саралары водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуы сәбәпле барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаларының 30 проценты урамдар киҫелеше урынында булып тора. Эйе, 2020 йыл менән сағыштырғанда, бындай авариялар һаны 8,3 процентҡа кәмегән, уларҙа 2258 кеше һәләк булған һәм 52803 кеше йәрәхәтләнгән. Ыңғай тенденция барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, юлда үлгәндәр һаны проблемаһы киҫкен булып ҡала, уны хәл итеү өсөн профилле министрлыҡтар, ведомстволар комплекслы саралар күрә. Улар араһында әлеге федераль һәм төбәктәр кимәлендәге социаль кампаниялар ҙа бар.

Башҡортостан буйынса ла һандар аяуһыҙ. Бында ла аварияларҙың күпселеге юл хәрәкте ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле барлыҡҡа килә. Былтыр урам киҫелешен үтеү ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле 614 авария булған, уларҙа 27 кеше һәләк булған, 859 кеше йәрәхәтләнгән.

Әлеге “Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!” акцияһының төп идеяһы – урамдар киҫелешендә хәүефте аңлатыу һәм яуаплылыҡты үҫтереү һөҙөмтәһендә хәүефһеҙ юл киңлеген үҫтереү. Кампанияның төп йүнәлеше – урамдар киҫелешен үткән саҡта сират ҡағиҙәһен аныҡ үтәүҙе булдырыу. Юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан һәр кем, айырыуса водителдәр был ҡағиҙәләрҙе теүәл белергә, үтәргә тейеш.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында быйыл йәй, көҙ илдең 15 төбәгендә онлайн һәм офлайн форматта саралар үтәсәк. Был төбәктәр араһында Башҡортостан да бар. Әҙерлек этабында тематик белем биреү, пропаганда саралары комплексы әҙерләнгән, уларҙың һәр береһе маҡсатлы аудитория өсөн махсус һайланған: водителдәр, буласаҡ водителдәр, йәйәүлеләр, ата-әсәләр һәм балалар. Һәр төбәктә 130-ҙан ашыу сара ҡаралған. Семинарҙар, тренингтар, консультациялар һәм башҡа форматтар һайланған.

Был эштә ҙур иғтибар балаларға бүленәсәк. Биштән 14 йәшкә тиклем бер мең самаһы бала ҡатнашасаҡ тип күҙаллана. Уларҙы тәү сиратта юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтәсәктәр. Был эш балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, шулай уҡ айырым проекттар булараҡ та алып барыласаҡ.

– Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге – дәүләттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Ул юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Шуныһын билдәләргә кәрәк, әлеге ваҡытта республикала юлдарҙағы хәлдәр бер аҙ тотороҡланды. 2022 йыл башынан алып авариялар һаны 8,4 процентҡа, уларҙа һәләк булғандар 14 процентҡа кәмене. Был кампания беҙҙең эштә ярҙам итер тип ышанабыҙ, – тине Владимир Севастьянов.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: