Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Июль 2022, 09:30

Инспекторҙар уяу булып сыҡҡан...

Ә егет йоҡлап ятҡан

Инспекторҙар уяу булып сыҡҡан...
Инспекторҙар уяу булып сыҡҡан...

Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан Шамовтар усадьбаһында сыҡҡан янғынды тәүҙә үтеп барыусы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалған.

 Полиция хеҙмәткәрҙәре йорттан сыҡҡан ҡуйы төтөндө шәйләп, янғын хеҙмәтенә шылтырата һәм кешеләрҙе тиҙерәк эвакуациялауға тотона. Мәғлүмәттән күренеүенсә, йортта һигеҙ фатир булған, ете ғаилә республика адреслы программаһы буйынса күсерелгән.  Фатирҙарҙың береһендә ғаилә йәшәгән.  Ишекте 22 йәшлек егет асҡан.  Баҡһаң, ул йоҡлаған була, инспекторҙар уятыу менән аяғына тапочкаларын эләктерә һалып, өйҙән йүгереп сыға.  Әйтеүҙәренсә, бында йәшәгән кешеләрҙе күсереп бөткәндән һәм йортто торлаҡҡа ҡарамаған фондҡа тапшырғандан  һуң  бинаны мәҙәни ҡомартҡылар законына ярашлы үҙгәртеп ҡорасаҡтар.

Фото: Горобзор.ру

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: