Бөгөн “Рәсәй” матбуғат үҙәгендә "Өҫтөнлөктәрҙе билдәлә!” тип аталған Бөтә Рәсәй социаль кампанияһы башланыуға арналған конференция үтте. Унда Башҡортостандың юл хужалығы һәм транспорт министры Александр Булушев, Башҡортостандың баш автоинспекторы, полиция полковнигы Владимир Севастьянов, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Ғәниев һәм “Хәүефһеҙ хәрәкәт” эксперт үҙәге генераль директорының проект эше буйынса урынбаҫары, Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләренең координация советы ағзаһы Валентина Кульбицкая ҡатнашты.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итеүенсә, “Руль артында ултыр” проектында 100 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан.
“Белем биреү модуленең тренажер комплекстары менән йыһазландырылған ике күсмә автофургоны бар. Улар ярҙамында интерактив ҡаласыҡ асырға мөмкин, унда балалар төрлө юлдағы хәл-ваҡиғаларҙы өйрәнә һәм юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен нығыта”, - тип билдәләне Әлфиә Ғәлиева.
Уның әйтеүенсә, бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу транспортта имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеүҙе һөҙөмтәлерәк үткәрергә һәм кәрәкле күнекмәләр формалаштырырға мөмкинлек бирә.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2022 йыл башынан юл фажиғәләрендә биш баланың ғүмере өҙөлгән, 2021 йылда – 16, уларҙың өсәүһе транзит пассажиры булған. Бындай күңелһеҙ осраҡтарға юл ҡуймау өсөн ата-әсәләр рейдтары һәм патрулдәр, ЮХХДИ ҡатнашлығында аң-белем таратыу акциялары, экспресс-һорау алыуҙар ойошторабыҙ, – тине Әлфиә Ғәлиева.
Республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов белдереүенсә, Башҡортостанда юлда йәрәхәтләнеү күрһәткестәре 13,5 процентҡа кәмегән.
– 2022 йылдың тәүге алты айында юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеү хәле тотороҡланды. Ошо осорҙа 1412 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был уҙған йылдағы күрһәткестән 13,5 процентҡа кәмерәк. Әммә үлем күрһәткестәре беҙҙе борсолорға мәжбүр итә – 148 юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәләк булды, 1796 кеше яраланды, – тип билдәләне Владимир Севастьянов.
2022 йылда ҡағиҙәләрҙе боҙоу арҡаһында 216 авария теркәлгән, уларҙа Башҡортостандан биш кеше һәләк булған һәм тағы 288-е төрлө йәрәхәттәр алған, тип өҫтәне ул.
“Светофорҙың тыйыу билдәһенә үтеү бер йәйәүленең ғүмерен өҙҙө, 52 юл-транспорт ваҡиғаһы килеп тыуыуға булышлыҡ итте”, – тине Владимир Севастьянов.
Алдағы йыл ярым – ике йылда Өфөнөң 80-дән ашыу проблемалы киҫелеше юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәүҙең заманса системалары менән йыһазландырыласаҡ. Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һөйләне.
“Иң ҙур пилот проекты тамамланыу стадияһында, бында юл күҙәтеү камераларын монтажлағанда сервис моделе буйынса республикабыҙ тәжрибәһе сағыла. Беренсе этапта, календарь йыл дауамында, баш ҡалалағы 44-ләгән юл сатын ошондай комплекстар менән йыһазландырабыҙ”, – тип билдәләне Александр Булушев.
Министр конкурста еңгән компания-генподрядсының да үҙ өҫтөнә юл билдәләрен һыҙыуҙы ла алыуын өҫтәне. Был фотовидеотеркәү системаларына тулы күләмдә эшләргә мөмкинлек бирәсәк, автомобилселәрҙең дисциплинаһын ярайһы уҡ арттырасаҡ.
Фото: ЮХХДИ.