Был ваҡиғаға ике йыл самаһы ваҡыт үтһә лә, уға һаман нөктә ҡуйылмай.
“Моя Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәгән Альбинаның улына ике ай булған саҡта табип массаж курсы алырға кәңәш итә. Йәш әсә быға тиклем өлкән балаһына массаж яһаған оҫтаны саҡыра. Шулай, сираттағы массаждан һуң дауалаусы ҡатын сабыйҙы әсәһенә тоттора ла, тиҙ генә ҡулын йыуып, ҡайтыу яғына ыңғайлай. Ә ике айлыҡ Леон туҡтауһыҙ ярһып илай. “Нимә булды?” тигән һорауға яуап та бирмәй, массажсы ашығып сығып китә.
Атай менән әсәй туҡтамай илаған баланы дауаханаға алып барғас, уның янбаш һөйәге һыныуы асыҡлана. Ғаилә полицияға ғариза яҙа. Уға ярашлы, енәйәт эше асыла, әммә ул әлегәсә аҙағына еткерелмәгән. Адвокат әйтеүенсә, яуап тоторға тейешле яҡ махсус рәүештә тикшереүҙе һуҙа.
Зыян күргән сабыйҙың әсәһе Альбина теге ҡатындың һаман булһа балаларға массаж яһау менән шөғөлләнеүенә бәйле лә борсолоу белдерә.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/myufa