2021 йылдың 25 авгусында үҫмер ҡыҙ бер ауылға ҡунаҡҡа барғанда булған был ҡот осҡос ваҡиға.
Әхирәтенең тыуған көнөн билдәләгән үҫмерҙәр янына 21 һәм 24 йәшлек ике егеттең килеп ҡушылыуы ниңәлер береһен дә хафаға һалмай ул көндә. Хатта байрамды уларҙың береһенең өйөндә дауам итеү тәҡдимен дә кире ҡаҡмайҙар. Енәйәт шунда ҡылына ла инде: ҡысҡыра алмаһын өсөн ҡыҙҙың ауыҙын үҙ кейемдәре менән бәйләп, ике ир уны көсләй. Унан һуң быуып үлтереп, соҡорға сығарып ташлайҙар. Ҡыҙҙың кәүҙәһенә бер эт барып юлыға...
Башҡортостандың Юғары суды ирҙәрҙе дүрт статья буйынса ғәйепле тип табып, шуларға ярашлы яза биргән.
Кеше үлтереүселәрҙең береһен 22, икенсеһен 18 йылға иркенән мәхрүм итергә һәм әхлаҡи зыян өсөн биш миллион һум күләмендә аҡсалата компенсация түләтергә тигән хөкөм ҡарары сығарылған.
Фото: "Моя Уфа".