Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Июль 2022, 11:00

Еләккә киткән дә юғалған...

Инәйҙе күргән кешеләр булһа, түбәндәге телефон буйынса ирекмәндәргә шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Еләккә киткән дә юғалған...
Еләккә киткән дә юғалған...

Борай районында 6 июлдән алып 80 йәшлек Фәйзиә Шәйнурованы эҙләйҙәр. Билдәле булыуынса, Варзитамаҡта йәшәгән инәй иртән иртүк еләккә киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған.

Районда эҙләү төркөмө ойошторолған, полиция, муниципалитет хеҙмәткәрҙәре, инәйҙең туғандары уға ҡушылған. Әлегә һөҙөмтә юҡ. Уның буй оҙонлоғо – 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле. Өҫтөнә халат, аяҡтарына галош  кейгән, яулыҡ ябынған.

Инәйҙе күреүселәр, ҡайҙа икәнлеген белеүселәр булһа, ошо телефон буйынса “БашРегионСпас” төркөмө ирекмәндәренә шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ:  8-937-3-102-112.

Фото:chepetsk.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: