

Кисә киске сәғәт ун тирәһендә Октябрьский ҡалаһында ҙур фажиғә булған: Космонавттар урамында аварияла бала ғүмере өҙөлгән. Был турала ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “МАН” йөк машинаһы рулендәге 46 йәшлек ир велосипедта китеп барған 12 йәшлек баланы тапатҡан. Авария һөҙөмтәһендә үҫмер урында һәләк булған.
Урынға шунда уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр килә. Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙың йәйге ялы - уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн бик ҡурҡыныс осор. Йыш ҡына улар яңғыҙҙары йөрөй. Шуға күрә тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: балаларҙы ҡарауһыҙ урам буйына сығармағыҙ. Уларға ныҡлы итеп юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ. Ябай велосипедта йөрөүҙең дә ҡурҡыныс тамамланыуы ихтималлығын яҡшы белһендәр.
Фото: ЮХХДИ.