Хәүефһеҙлек
10 Июль 2022, 13:00

Ике водитель дә һәләк булған

41 йәшлек пассажир иҫән ҡала, әммә...

Ике водитель дә һәләк булғанИке водитель дә һәләк булған
Ике водитель дә һәләк булған

Кисә кис баш ҡала янында ҡурҡыныс юл аварияһы теркәлә: Өфө - Базилевка юлының етенсе километрында Mitsubishi Outlander менән Renault Sandero машиналары бәрелешә.

Водителдәр икеһе лә Өфөнән. Тәүге машинаның руле артында - 32 йәшлек, икенсеһендә 63 йәшлек ир була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ныҡ көслө бәрелештән икеһе лә шул урында йән бирә.

Аварияла “Рено”ның 41 йәшлек пассажиры иҫән ҡала, әммә күп төрлө йәрәхәттәр ала. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре башланған.

Эҫе көндәрҙә юл йөрөү хәүефе арта. Тынсыулыҡ кешенең хәлен ала, иғтибарын кәметә. Шуға күрә машинала кондиционерҙан файҙаланырға, әгәр бындай мөмкинлек юҡ икән, һалҡыныраҡ саҡта йөрөргә кәңәш ителә.

Фото: ЮХХДИ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас