

"Карьерлы" ял итеү урынында дүрт йәшлек ҡыҙ өлкән апайҙары менән бергә ата-әсәһенән алыҫта ҡотҡарғыс матрасһыҙ һыуға төшкән. Батып барған бәләкәсте күреп, патруль-ҡотҡарыу хеҙмәткәре тиҙ арала ярға алып сыҡҡан. Бәхеткә күрә, уға медицина ярҙамы кәрәкмәгән.
Өфө янындағы "Ҡояшлы" пляжында 1987 йылғы ҡатын алыҫҡа йөҙөп киткән һәм, көслө тулҡынға ҡаршы тора алмайынса, аға башлаған. Бында ла ҡотҡарыусыларҙың етеҙ эш итеүе арҡаһында ҡатын уңышлы ярға сығарылған.
Шундай уҡ хәл ошо пляжда ир кеше менән дә ҡабатланған. Ул рөхсәт ителгән урындан ары йөҙөп барып, көслө ағымға эләккән. Дуҫтары уның башы бер күренеп, бер юғалып, ярҙам һорап ҡысҡырыуын ысынға алмай торғанда ир ағып киткән. Ярай әле, ҡотҡарыусылар яҡында булып, һөйрәп сығарған.
"Ҡояш яры" пляжында ике ир бәхәсләшеп, Ҡариҙелдең ҡаршы ярына табан йөҙөп киткән. Береһенең йылға уртаһында хәле бөтә башлаған, һыу уртлап өлгөргән. Был ике "батыр"ҙы ҡотҡарыусылар күреп ҡалмаһа, бәхәс ни рәүешле аяныслы тамаланыр ине.
Һаҡһыҙлыҡ, үҙ көсөңә ышанып алыҫҡа йөҙөп китеү, рөхсәт ителмәгән урында, балаларҙың ололарҙың күҙәтеүенән тыш, ә ололарҙың эскән килеш һыуға төшөүе - йылға-күлдәрҙәге бәләләрҙең төп сәбәптәре. Һаҡ булайыҡ, ҡағиҙәләрҙе үтәйек!
Фото: ivanovo.bezformata.com