Хәүефһеҙлек
11 Июля 2022, 16:30

Нөгөштә - фажиғә

Ял иткән йәш ирҙең ғүмере өҙөлдө...

Нөгөштә - фажиғәНөгөштә - фажиғә
Нөгөштә - фажиғә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез районында, Нөгөш һыуһаҡлағысында фажиғәле хәл теркәлгән.

Гидроцикл ярҙамында һөйрәп һыуҙа йөрөгән тюбинг катерға барып бәрелә. Һөҙөмтә бик аяныслы – 1999 йылғы егет урында һәләк була. Тағы бер 1992 йылғы ир йәрәхәттәр алған, уны Мәләүез үҙәк район дауаханаһына алып барғандар.

Урында оператив-тәфтиш саралары үткәрелә, фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.

Көндәр эҫе тора, күптәр ял итер өсөн һыу буйҙарына юллана. Матур ял фажиғә менән тамамланмаһын өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас