Хәүефһеҙлек
12 Июль 2022, 12:00

Ауыл урамы һыу аҫтында...

Әбйәлилдә - ғәҙәттән тыш хәл.

Ауыл урамы һыу аҫтында...Ауыл урамы һыу аҫтында...
Ауыл урамы һыу аҫтында...

Бөгөн Әбйәлил районының Озерный ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән: урамдарҙың береһен һыу баҫҡан. Был турала Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов социаль селтәрҙәр аша хәбәр итә.

“Тәбиғәт күренеше. Озерный ауылында көслө ямғыр яуыуы һәм баҫыуҙан һыу ағып төшөүе сәбәпле Йәштәр урамын һыу баҫҡан. Урында район хакимиәте белгестәре эшләй, мәсьәләне контролдә тотам. Хәл тураһында артабан өҫтәмә мәғлүмәт бирәсәкбеҙ", - тип яҙҙы ул. 

Фото: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас