Хәүефһеҙлек
12 Июль 2022, 15:45

Иң хәүефле юл ҡайҙа?

Бында тәүге ярты йыллыҡта 15 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Иң хәүефле юл ҡайҙа?Иң хәүефле юл ҡайҙа?
Иң хәүефле юл ҡайҙа?

12 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу, шул иҫәптән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстарын ҡуйыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында төбәктең автомобиль юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 13,7 процентҡа кәмегән. Зыян күргәндәр һаны 250 кешегә кәмегән, ә һәләк булғандар - 36 кешегә.

– “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә республикала 20 меңдән ашыу юл билдәһе, 150 светофор ҡуйырға ниәтләйбеҙ, 900 километрҙан ашыу юлдарҙы ремонтлайбыҙ, – тине  Александр Булушев. – Һуңғы өс йылда автотрассаларҙа фотовидеотеркәү камералары һаны 2019 йылда 540 булһа, 2022 йылда иһә 1 830-ға еткән. Камераларҙың бер өлөшөн федераль магистралдәрҙең айырыуса хәүефле участкаларына күсерҙек, һөҙөмтәлә авариялар һаны кәмене.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының республика буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов муниципаль-ара автомобиль юлдарының авария хәлендәге участкаларына иғтибар итте.

– Иң көсөргәнешле хәл – Благовещен районында Өфө - Бөрө - Яңауыл трассаһында. 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында унда 15 кеше һәләк булды, – тип хәбәр итте Владимир Севастьянов.

Башҡортостан Башлығы киләһе “Транспорт сәғәте”ндә юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәптәрен ентекле тикшереп, автомобиль юлдарында хәүефһеҙлек мәсьәләләрен ҡарарға ҡушты.

– Урындағы юлдарҙа һәләк булғандар һаны артты, ә федераль трассаларҙа фото һәм видеотеркәү комплекстары ҡуйыу һөҙөмтәһендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының кәмеүен күҙәтәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Муниципалитет башлыҡтары менән берлектә авариялар һанын артабан кәметеү буйынса иҫкәртеү саралары комплексын ентекле тикшерергә кәрәк.

Фото: ЮХХДИ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас