Хәүефһеҙлек
12 Июль 2022, 13:00

"Ҡот осҡос һандар..."

Бер аҙнала - 12 ҡорбан.

"Ҡот осҡос һандар...""Ҡот осҡос һандар..."
"Ҡот осҡос һандар..."

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанда уҙған аҙнала булған ғәҙәттән тыш хәлдәр ҡаралды. Бөгөн иң ҙур хәүеф тыуҙырған мәсьәлә – кешеләрҙең һыуға батыуы.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 4-нән 11 июлгә тиклем республиканың һыу ятҡылыҡтарында 12 кеше һәләк булған, алтауһы ҡотҡарылған. Батып үлеү осраҡтарының бөтәһе лә һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа теркәлгән.

"Шул уҡ ваҡытта, уҙған йыл менән сағыштырғанда, йыл башынын батып үлгәндәр һаны 36 кешегә кәм", – тине Фәрит Ғүмәров.

"Ҡот осҡос һандар, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Эҫе көндәр башланды, кешеләрҙең күпләп һыу инеүе аңлашыла. Шул иҫәптән бының өсөн тәғәйенләнмәгән урындарға ла баралар. Беҙҙә хәҙер һыуҙа һәләк булғандар һаны юлдағы фажиғәләр күрһәткестәренә яҡынлаша", – тине республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы был йүнәлештә дөйөм эште, шул иҫәптән мәғлүмәти яҡтан көсәйтергә ҡушты.

Фото: opennov.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас