Хәүефһеҙлек
12 Июль 2022, 10:30

Һыуға сумған да кире сыҡмаған...

"Бигерәк аңһыҙ үлем менән китте Рөстәм..."

Һыуға сумған да кире сыҡмаған...Һыуға сумған да кире сыҡмаған...
Һыуға сумған да кире сыҡмаған...

Бәхетһеҙлек Салауат ҡалаһындағы күлдә теркәлгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 40 йәшлек ир һыу инергә уйлап, тыйыла тигән иҫкәртеү тамға-яҙыуҙары тороуға ҡарамаҫтан, күлгә сумған да күҙҙән юғалған. Уны водолаздар эҙләй. Ваҡиға буйынса оператив хеҙмәттәр килгәндә, ярҙа ирҙең кейемдәре һәм документтары ғына булған.

Уның кем икәне асыҡланған. "Бигерәк аңһыҙ үлем менән китте Рөстәм", тип ҡайғыра яҡындары, дуҫтары. Мәрхүмде яҡындан белгәндәр "ныҡ изге күңелле, яҡшы, ярҙамсыл, башҡалар ҡайғыһына битараф булмаған кеше ине", тип билдәләгән. Әлеге ваҡытта бергә эшләгән дуҫтары - таксист коллегалары уны ерләү өсөн ярҙам йыя.

Урындағы халыҡ белдереүенсә, ир батҡан урын ныҡ хәүефле иҫәпләнә: аҫҡа һөйрәй. Был күл төбөндә күп шишмәләр сығыуы менән аңлатыла.

"Һыу инеү тыйыла!" тигән урындарҙа төшмәҫкә, бының өсөн махсус тәғәйенләнгән һәм рөхсәт ителгәндәргә генә барырға кәрәклеген онотмаҫҡа саҡыра ҡотҡарыусылар.

Фото: vpgazeta.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас