Хәүефһеҙлек
13 Июль 2022, 06:30

Беҙҙә сит ил кешеһе юғалған

Сегал Хариш, 35 йәштә.

Беҙҙә сит ил кешеһе юғалғанБеҙҙә сит ил кешеһе юғалған
Беҙҙә сит ил кешеһе юғалған

Өфөлә 35 йәшлек Сегал Харишты эҙләйҙәр. Был турала "Лиза Алерт" эҙләү отряды ирекмәндәре хәбәр итә һәм мәғлүмәтте таратышыуҙа ярҙам һорай. 8 июлдән бирле ир тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ.

Билдәләре: буйы 160-165 см, тығыҙ кәүҙәле, сәсе-күҙе ҡара төҫтә. Өҫтөнә күк футболка, ҡара-күк джинсы салбар кейгән, аяғында - ҡара күндән шлепанцы.

Уның тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүсе булһа, 112 йәки 8800 700 54 52 һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: "Лиза- Алерт".

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас