

Кисә төштән һуң Өфөлә йәшенләп ныҡ итеп ямғыр яуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл фажиғә менән тамамланды. Асыҡланыуынса, баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһе янында бер ҡатынды йәшен атып үлтергән.
Был туралағы яңылыҡ Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә сәғәт 4-тә килә. Ҡатын Ҡариҙел йылғаһының һул яҡ ярында, Сипайлово биҫтәһе ҡаршыһында булған. Уны йәшен атҡанын шаһиттар күргән, уң яҡ ярға сығарып "Ашығыс ярҙам" табиптары ҡулына тапшырған. Әммә табиптар бер нисек тә ярҙам итә алмаған, был ваҡытта ҡатын үлгән булған.
Ғәҙәттә, "йәшен атып үлтергән" тигән хәбәрҙәр райондарҙан, урмандарҙан килә. Шуға күрә баш ҡалала ла йәшен ҡорбаны булыу тураһында ишетеү бик ҙур хәүеф тыуҙыра.
Йәшен ваҡыты – хәүефле мәл. Айырыуса һыу буйҙарында булырға, унда һыу инергә йә балыҡ тоторға ярамай. Шулай уҡ ҡулда металл предметтар, гаджеттар тотмағыҙ. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ.
Фото: ufa.aif.ru