Хәүефһеҙлек
14 Июль 2022, 12:00

Эре борсаҡ яуыуы көтөлә

Бөгөн һәм иртәгә һауа торошо ниндәй булыр? Тәбиғәт ғәрәсәтенән нисек һаҡланырға?

Эре борсаҡ яуыуы көтөләЭре борсаҡ яуыуы көтөлә
Эре борсаҡ яуыуы көтөлә

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә лә республика биләмәһендә һауа торошоноң киҫкен үҙгәреүе, көтөлмәгән ғәрәсәттәр булыуы ихтимал.

Атап әйткәндә, 14 һәм 15 июлдә республикала йәшен, елдең секундына 21–26 метр тиҙлектә иҫеүе, эре борсаҡ һәм көслө ямғыр яуыуы көтөлә.

Ошо йәһәттән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтергә кәңәш итә.

Көслө ел һәм ямғыр ваҡытында бинанан сығыуҙы сикләргә кәрәк. Әгәр ҙә был ваҡытта урамда булһағыҙ, ер аҫты үткәүелдәренә йәки йорт подъездарына инеп тороғоҙ.

Көслө ел ваҡытында электр үткәргес сымдар аҫтында тороу йәки өҙөлгән электр сымы эргәһенә барыу ҡурҡыныс. Реклама алтаҡталарын, һелкенеп торған ҡоймаларҙы, ышанысһыҙ ҡыйыҡлы йорттарҙы урап үтегеҙ.  

Йәшен ваҡытында велосипедта йөрөргә ярамай. Ҡалҡыулыҡта булһағыҙ, түбән төшөгөҙ.

Ғәҙәттән тыш хәлгә тарыһағыҙ, хәүеф янаһа, ашығыс хеҙмәттәргә “112” телефоны аша мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: oppennov.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас