

Сибай ҡалаһының Зәки Вәлиди урамындағы күп ҡатлы йорт фатирҙарының береһендә ҡатын мәйете табылған. Ул спиртлы эсемлектән ағыуланып йәиһә яңылыш ҡолауҙан йән биргән тигән фараз бар. Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара.
"Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының Сибай район-ара тәфтиш бүлеге Сибайҙағы фатирынан дауаханаға килтерелгән ҡатындың үлем осрағы буйынса тикшереү алып бара. Әлеге ваҡытта үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы уҙғарыла", - тип яуап биргәндәр "Башинформ" матбуғат агентлығына ведомствонан.
Сығанаҡ: "Башинформ".