

Һуңғы ваҡытта күк күкрәп, йәшенләп яуған ямғырҙар йышайҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда быға бәйле фажиғәләр ҙә теркәлде.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ялағай, күк күкрәү ваҡытында һаҡлыҡ сараларын күҙәтергә саҡыра:
* яҡын-тирәлә ышыҡ урын булмаһа, ергә ятығыҙ йә башығыҙҙы тубыҡҡа тиклем эйеп, сүкәйегеҙ;
* тимер әйберҙәрегеҙҙе тиҙ генә сисегеҙ, мобиль телефонығыҙҙы һүндерегеҙ;
* һыу инеп йөрөһәгеҙ, һыуҙан сығығыҙ, ярҙан ситкә китегеҙ;
* яңғыҙ ағас төбөндә ултырмағыҙ – йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай;
* өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә, каминға ут яҡмағыҙ – йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә.
Йәшен уты эләккән кеше аңында булһа, уға 30 тамсы корвалол өҫтәлгән һыу эсерегеҙ, ҡыҫып торған кейемен бушатығыҙ, өҫтөнә һыу бөркөгөҙ. Янған урынын эшкәртеп бәйләгеҙ һәм дауаханаға алып барығыҙ.
Кеше иҫһеҙ булһа, уны арҡаһына ятҡырығыҙ һәм танау тирәһендә нишатыр спиртына сылатылған мамыҡты тотоғоҙ. Әгәр ҙә ул тын алмаһа, “Ашығыс ярҙам” килгәнсе, уны яһалма һулыш алдырығыҙ һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.
Ҡайһы берәүҙәр йәшен атҡан кешене тупраҡҡа күмә. Улай эшләргә ярамай.
Римма СОЛТАНОВА әҙерләне.