Хәүефһеҙлек
15 Июль 2022, 14:30

Аҡ халат кейергә насип булманы...

Егеттәр баш ҡалаға табип булыу маҡсаты менән килә. Әммә тайғаҡ юлға төшөп киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар...

Аҡ халат кейергә насип булманы...Аҡ халат кейергә насип булманы...
Аҡ халат кейергә насип булманы...

Өфө полицейскийҙары медицина уҡыу йорттарының береһендә белем алған өс студентты тыйылған матдәләр таратҡаны өсөн ҡулға алды. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәренә ҡарағанда, егеттәр баш ҡалаға табип булыу, ауырыуҙарҙы дауалау маҡсаты менән килә. Әммә тайғаҡ юлға төшөп киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар, наркотиктар менән мауығалар. Препараттар тараталар, бының өсөн онлайн-магазин аша ҡаланың төрлө мөйөшөндә йәшертен урындар булдыралар. Егеттәрҙең ҡара эштәре иғтибарһыҙ ҡалмай, ике аҙнанан һуң йәш енәйәтселәр тотола. Урында мефедрон, МДМА һәм амфетамин табыла. Законһыҙ операцияларҙы башҡарыу өсөн ҡулланылған электрон үлсәүҙәр, ҡаптар, смартфондар, банк карталары тартып алына.

“Ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған. Уларға Рәсәй Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһы буйынса енәйәт язаһы янай. Тыйылған матдәләрҙең сығанағы һәм енәйәттә ҡатнашыуҙары мөмкин булған кешеләр асыҡлана”, - тиҙәр Башҡортостан наркотиктар әйләнешенә контроль итеү буйынса идаралыҡта.

Фото: ksk66.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас