Хәүефһеҙлек
15 Июль 2022, 04:00

Маҡтанам тигән дә бит...

Йәш водитель иптәшен һәләк иткән.

Маҡтанам тигән дә бит...Маҡтанам тигән дә бит...
Маҡтанам тигән дә бит...

Ике 18 йәшлек егет машинала йөрөп килергә була. Һөҙөмтә аяныслы: йәш водитель иптәшен һәләк итә.

Был авария Учалы районында теркәлә. “ВАЗ-2106” машинаһы водителе юлдан оса һәм түңкәрелә. Янында ултырған 18 йәшлек пассажирҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға, реанимация бүлексәһенә алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төндә ул йән бирә.

Һуңғы ваҡытта республикала ошоноң ише авариялар һаны артты. Саҡ-саҡ водитель таныҡлығы алған йәштәр белер-белмәҫтән машина руленә ултыра һәм иптәштәре янында әллә кем булып күренер өсөн ҡыуа башлай. Һөҙөмтә насар: авариялар була, йәштәрҙең ғүмерҙәре өҙөлә.

Ағымдағы йылдың алты айында республикала ике йылдан аҙыраҡ тәжрибәһе булған водителдәр ҡатнашлығында 140 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 198-е йәрәхәтләнгән. Был статистиканы республика буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов килтерә. Уның белдереүенсә, йәштәр иптәштәре алдында маҡтанырға теләп, тиҙ һәм хәүефле йөрөй. Ә ҡурҡыныс хәл килеп сыҡһа, тәжрибә булмауы сәбәпле дөрөҫ эш итә белмәй, аварияға эләгәләр.

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас