

Был турала республиканың Эске эштәр министрлығы белдерә. Мәҫәлән, Нефтекамала йәшәгән ҡатын алдаҡсыларға ышанып, уларға 35 мең һумын күсергән. Тәүҙә билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, 150 мең һум кредит тәҡдим иткән. Тик уны алыу өсөн страховкаһын һәм юл хаҡын алдан үҙенә түләргә кәрәк булған, имеш, сөнки банк Мәскәүҙә урынлашҡан.
Шаран районында ла бер ир муттар ҡорған тоҙаҡҡа эләккән. Уға түләү тейешлеген белдергәндәр. Тик уны алыр өсөн тәүҙә ул сумманың һалымын - 600 мең һумды үҙенә түләргә кәрәк тигәндәр. Ошо тиклем сумманы күсергәс, теге кешеләр бүтәнсә бәйләнешкә инмәгән.
Фото: kovernino.bezformata.com