Хәүефһеҙлек
16 Июль 2022, 15:00

Иғтибар: ошондай әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ!

Улыма шылтыратып, тиҙ генә килеп етеүен үтендем. Быны ишеткәс, теге ике "шәфҡәт туташы"ның ҡото осто...

Иғтибар: ошондай әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ!Иғтибар: ошондай әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ!
Иғтибар: ошондай әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ!

Был хәл таныш ҡатын менән булған. "Яңғыҙ йәшәгән оло кешеләр өйөнә килеп шылтыратҡан ят әҙәмдәрҙән һаҡ булһын, ишеген асыр алдынан уйланһын", ти ул.

"Күптән пенсияламын, ике балам да айырым йәшәй, мин яңғыҙым. Бер көн душтан сығып ҡына торһам, ишек ҡыңғырауы зыңғырҙаны. Эстән "Кем?" тип ҡысҡырыуыма, һеҙҙең участка поликлиникаһынанбыҙ, тип яуапланылар. Шулай тигәстәре, артыҡ бер ни уйламайынса, ишекте астым тегеләргә. Ике ҡатын тора, береһенең ҡулында "Ашығыс ярҙам"дағыларҙыҡы кеүек сумаҙан. "Диспансеризация буйынса йөрөйбөҙ. Һеҙҙе тикшерергә килдек. Ҡан баҫымын үлсәйбеҙ, үпкәгеҙҙе тыңлайбыҙ, башҡа ялыуҙарығыҙ буйынса ла һөйләшербеҙ", - тине береһе. "Улай булғас, хәҙер кейенәм дә", тип быларҙы үткәреп, ишекте бикләйем тигәнсе дөйөм коридорҙа тағы бер ир кешене күреп ҡалдым. Уның да былар менән бергә йөрөгәнлеген аңлауы ҡыйын булманы. Шунда уҡ башҡа шик төштө, йәһәт кенә халат кеҫәһендә ятҡан телефонды алып, улыма шылтыраттым һәм ҡысҡырып уның тиҙ генә килеп етеүен үтендем. Быны ишеткәс, теге ике "шәфҡәт туташы"ның ҡото осто, ҡапыл юҡ булдылар...

Ярай әле мәлендә быларҙың алдаҡсылар икәнлеген аңлап өлгөргәнмен тим. Уларға ышанып, һүҙҙәренә әүрәп бер бүлмәлә ултырғанда, тышта торған өсөнсөләре ипләп кенә икенсе бүлмәлә эҙләнһә лә, бер ни белмәҫкә-ишетмәҫкә мөмкин бит. Таныш табипҡа ошо турала һөйләгәйнем, бындайҙы тәүгә ишетәм, тине. Башҡаларҙы әлегеләй хәлдәрҙән иҫкәртеү маҡсатында яҙам быларҙы, ошондай мут әҙәмдәр күбәйҙе, алданып ҡуймағыҙ".

Фото: yarosonline.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас