Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июль 2022, 15:00

Полиция хеҙмәткәренә ут төрткән

Протокол төҙөү барышында иҫерек ир машинаһының багажнигынан бензин һалынған һауыт сығара ла... 

Полиция хеҙмәткәренә ут төрткән
Полиция хеҙмәткәренә ут төрткән

Был хәл Күгәрсен районының Йомағужа ауылында була.

Әлегә тиклем билдәле булған мәғлүмәттәргә ярашлы, хоҡуҡ һаҡсылары бер автомобилде туҡтата. 42 йәшлек водитель иҫерек булып сыға. Ул алкоголь дозаһын тикшертеүҙән баш тарта. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан протокол төҙөү барышында иҫерек ир машинаһының багажнигынан бензин һалынған һауыт сығарып, полиция хеҙмәткәрҙәренә янай башлай.

Лейтенант Рәфил К. һауытты тартып ала, әммә бензин уның өҫтөнә һирпелә. Иҫерек әҙәм тоҡандырғыс сығарып, инспекторҙың кейеменә ут төртә.

Тән йәрәхәттәре алған 33 йәшлек инспекторҙы дауаханаға алып китәләр. Тәртип боҙоусы һаҡ аҫтына алынған.

Иҫерек килеш рулгә ултырған һәм хоҡуҡ һаҡсыһының ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Күҙаллауҙарынса, уға 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Был инцидент хаҡында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Сығанаҡ: 02.мвд.рф

Фото: vk.com/yumaguzinoo

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: