

Бөгөн көндөҙ Өфөнөң Берҙәм дежур-диспетчер үҙәгенә Өфө йылғаһында, Академик Королев урамында, 26-сы йорт тапҡырында, кеше батып барыуы тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына шунда уҡ яҡындағы һыу-ҡотҡарыу станцияһынан катер юллана, әммә улар барғанда һыу өҫтөндә бер кем дә булмай.
Ваҡиға шаһиттары һүҙҙәренсә, яр буйында йәштәр спиртлы эсемлектәр эсеп ял иткән. Ике егет һәм бер ҡыҙ сигнал билдәһенә тиклем йөҙөп бара һәм унан ағым ыңғайына ағалар. Бер мәл егеттәрҙең береһе бата башлай, уны әхирәте ҡотҡарып маташа, әммә егет уның үҙен дә батыра яҙа. Икенсе егет алыҫтараҡ була, ул ярҙам һорап саҡыра башлай. Ҡыҙҙы эргәләренән үтеп барған катер ҡотҡарған. Зыян күргән егеткә ярҙам итеп өлгөрмәйҙәр – ул һыу аҫтына китә. Әле Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары уны эҙләй.
Мәғлүм булыуынса, һәләк булған егеткә 19 йәш. Ул һәм уның дуҫтары һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған урында һыуға төшкән. 17 йәшлек ҡыҙҙы “Ашығыс ярҙам” бригадаһы алып киткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ял итеүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәй: тыйылған урында һыу инә, спиртлы эсемлектәр эсеп һыуға төшә. Ошондай яуапһыҙлыҡ кеше ғүмерҙәрен өҙә лә инде.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, балаларҙы яңғыҙҙарын һыу буйына ебәрмәгеҙ, эскән килеш һәм тыйылған урында һыу инмәгеҙ!
Фото: Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.