Хәүефһеҙлек
17 Июль 2022, 10:05

Суд янған!

Утты һүндереүгә 39 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.  

Суд янған!Суд янған!
Суд янған!

Бөгөн 11:39 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Өфө ҡалаһының Гоголь урамындағы янғын тураһында хәбәр итәләр.

Ҡотҡарыусылар килгәндә Арбитраж суды бинаһының ҡыйығын ут ялмап алған була. Янғын һүндереүселәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһендә 12:03 сәғәткә 20 квадрат метр майҙандағы янғын ҡамауға алына, ә 13:52 сәғәттә тулыһынса һүндерелә. Утты һүндереүгә 39 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.  

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын бүлексәләре килгәнгә тиклем өс кеше эвакуацияланған. Зыян күреүселәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: @mchsrb.

Суд янған!
Суд янған!
Суд янған!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас