Хәүефһеҙлек
18 Июль 2022, 03:00

Йәйәү йөрөргә ялҡауы килгәс...

Ҡыҙ... егеттең машинаһын алып ҡасҡан.

Йәйәү йөрөргә ялҡауы килгәс...Йәйәү йөрөргә ялҡауы килгәс...
Йәйәү йөрөргә ялҡауы килгәс...

Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡсылары Белоретта "Рено Логан" автомобилен урлаған 20 йәшлек ҡыҙҙы тотҡан. Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.

Ул көндә милиция бүлегенә 24 йәшлек егет машинаһының юғалыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уның әйтеүенсә, автомобиле йорт янындағы туҡталҡала торған урындан юҡҡа сыҡҡан. Бәлки, төнгөлөккә ишеген бикләргә онотҡанмындыр, тип тә өҫтәгән ул, ә сигнализацияһы булмаған.

Урамдарҙағы видеокамералар яҙмаһы аша урланған транспорт сараһының таңғы 4-тә Алексеев урамынан килеп Октябрҙең 50 йыллығы урамы яғына үткәнлеген күргәндәр. Полиция шул йүнәлеште тикшерә башлаған һәм, ысынлап та, оҙаҡ та үтмәй, Киров урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә машинаны табып алған.

Ни өсөн бындай уйламаған аҙымға барғанлығын ҡыҙ "шәхси йорттар яғынан ҡалаға барыу өсөн" тип кенә аңлата алған. Бер хаталы ҡылығы өсөн уны енәйәт яуаплылығына тарттырылыу һәм РФ Енәйәт кодексының 166-сы статьяһына ярашлы етди яза көтә.

Фото: hu.pinterest.com.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас