Хәүефһеҙлек
18 Июль 2022, 16:30

Һыу ҡорбандары арта

Бөрйән районының Әтек ауылында ла фажиғә була яҙған...

Һыу ҡорбандары артаҺыу ҡорбандары арта
Һыу ҡорбандары арта

Кисә Өфө йылғаһында 19 йәшлек егеттең һыуға батыуы хәбәр иткәйнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә тағы ла ике ирҙең һыуҙа һәләк булғаны асыҡланды.

Шул иҫәптән Учалы районының Ахун ауылында кис 33 йәшлек ир һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылмаған урынға төшөп батҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның кәүҙәһен водолаздар эҙләй.

Тағы ла бер үлемесле осраҡ Ҡалтасы районының Ҡалмыябаш ауылында теркәлгән. Урындағы кешеләр 59 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Ул да махсус тәғәйенләнмәгән урында һыу ингән.

Бөрйән районының Әтек ауылында ла фажиғә була яҙған. Унда бер бала саҡ Ҡана йылғаһына батмаған. Бәхеткә күрә, уның эргәһендә ата-әсәһе булған, улар балаға ярға сығырға ярҙам иткән. Уға медицина ярҙамы талап ителгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тик рөхсәт ителгән, махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә тәҡдим итә. Шулай уҡ эскән килеш һыуға төшөргә ярамай, балаларҙы ла ҡарауһыҙ йылғаға ебәрмәгеҙ.

Фото: @mchsrb.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас