

Благовещен районында Өфө - Бөрө - Яңауыл юлы буйлап рейд үткәрелде.
Бөгөн, 19 июлдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса республиканың ЮХХДИ һәм Юл хужалығы идаралыҡтары вәкилдәре Өфө - Бөрө - Яңауыл юлы буйлап рейд эшләне. Унан алда “Транспорт сәғәте” форматындағы тематик кәңәшмәлә ошо трассалағы хәүефһеҙлек мәсьәләһе ҡаралғайны.
Республиканың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө - Бөрө - Яңауыл юлы участкаһында быйыл 15 кеше үлгән, уларҙың туғыҙы Благовещен районында. Бында һәләк булғандар һанының 60 процентҡа артыуы күҙәтелә. Ғөмүмән, атап үтелгән юлда 2017 йылдан алып 2021 йылға тиклем юлда 91 кеше үлгән һәм 293 кеше төрлө йәрәхәттәр алған, бының 39 һәләк булыу һәм 103 йәрәхәтләнеү осрағы Благовещен районына тура килә.
"Әле Благовещен районында ремонт талап ителгән участкалар юҡ, юл яҡшы торошта. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, подряд ойошмалар тарафынан автомобиль юлында авария хәлен кәметеү буйынса саралар уҙғарыу планлаштырыла", - тине Башҡортостан юл хужалығы идаралығының бүлек начальнигы Владимир Хлестов.
Атап әйткәндә, өҫтәмә рәүештә юл билдәләре ҡуйыу ниәтләнә, тәүге сиратта – өҫтөнлөк биреүсе, тыйыусы һәм иҫкәртеүсе билдәләр. Шулай уҡ светофор ҡуйыу, яһалма яҡтыртыуҙы көйләү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың фотовидеотеркәү камераларын 11-гә тиклем еткереү планлаштырыла.
Республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов тарафынан өҫтәмә көстәрҙе йәлеп итеп тә был юлға иғтибарҙы көсәйтеү ҡарары ҡабул ителгән.
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.