Хәүефһеҙлек
20 Июля 2022, 13:10

Өс көндә 12 кеше һәләк булды...

Бөгөн Дүртөйлө – Нефтекама юлындағы аварияла 17 йәшлек ҡыҙҙың һәм уның атаһының ғүмере өҙөлдө.

Өс көндә 12 кеше һәләк булды...Өс көндә 12 кеше һәләк булды...
Өс көндә 12 кеше һәләк булды...

Кисә, 19 июлдә, республикала юлдарында 16 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән, 22 кеше йәрәхәтләнгән.

Тәүге авария таңғы сәғәт 5-тә Мәләүез районында булды: Өфө – Ырымбур федераль трассаһының 196-сы километрында “Ford Focus” менән “Лада Ларгус” бәрелеште.

Мәғлүм булыуынса, “Ford Focus” рулендә – Стәрлетамаҡ районынан 30 йәшлек, ә “Лада Ларгус”та Сибай ҡалаһынан 36 йәшлек ир булған. Аварияла ике автомобилдең дә водителдәре һәм “Лада Ларгус”тағы Йылайыр районынан 70 йәшлек пассажир “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән. Шулай уҡ “Лада Ларгус”тағы өс пассажир дауаханаға оҙатылған, әммә уларҙың береһе – Хәйбулла районынан 62 йәшлек ҡатын да вафат булған. Табиптар ҡалған ике пассажирҙың ғүмере өсөн көрәшә.

Ошо көндә Благовар районында авария һөҙөмтәһендә Туймазы ҡалаһынан 60 йәшлек ир һәләк була. Ул “Лада Ларгус” автомобилендә юл төҙөлөшө барған урында йөк машинаһының артына бәрелә. Был күренеш видеокамераға эләккән: еңел автомобиль юғары тиҙлектә елдерә, водитель тормозға баҫыу сараһын да күрмәй. Ул үҙе һәләк була, ә туғыҙ йәшлек ҡыҙы – баш ҡала дауаханаһында реанимация бүлегендә.

Ошо уҡ көндөң кисендә Ҡалтасы районында Красный Холм – Ҡалмыябаш юлының 7-се километрында Татарстандан 58 йәшлек водитель “Урал” йөк автомобилендә ауа. Авария һөҙөмтәһендә 29 йәшлек пассажир һәләк була, ә водитель менән тағы бер пассажир иҫән ҡала. Тикшереү һөҙөмтәһендә водителдең эскән булғаны асыҡлана.

Бөгөн, 20 июлдә, тағы ла ҡайғылы хәл теркәлде: Дүртөйлө районында Дүртөйлө – Нефтекама юлының 38-се километрында бер йүнәлештә китеп барған “Лада Гранта” һәм “УАЗ” йөк автомобиле бәрелешә. Һөҙөмтәлә “Лада Гранта”лағы 17 йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында уҡ һәләк була, ә икенсе пассажир – ҡыҙҙың атаһы дауаханала йән бирә. Еңел автомобилдең водителенә лә медицина ярҙамы талап ителгән.

Ғөмүмән, 18 июлдә Баҡалы районындағы дүрт ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән аварияны ла иҫәпкә алғанда, өс көндә республика юлдарындағы юл һәләкәттәре һөҙөмтәһендә 12 кешенең ғүмере өҙөлдө, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған ҡыҙҙың. Ҡот осҡос эҙемтә һәр водителде, йәйәүлене уйға һалырға тейеш. Һәләк булған кешеләр кемдеңдер ҡәҙерле әсәһе, атаһы, ҡыҙы һәм улы, апаһы һәм ағаһы, ҡустыһы һәм һеңлеһе, йәғни иң ҡәҙерле кешеһе. 

Хөрмәтле водителдәр, ашыҡмағыҙ, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың, пассажирҙарығыҙҙың ғүмере өсөн яуаплы булыуығыҙҙы, тирә-яҡтағыларҙың именлеге һеҙҙең ҡулда булғанын бер ваҡытта ла онотмағыҙ. Тәғәйен ергә яйлап булһа ла барып етеп була, әммә үлгәндәрҙе кире ҡайтарыу, терелтеү мөмкин түгел! 

Фото: @bash_gibdd

Өс көндә 12 кеше һәләк булды...
Өс көндә 12 кеше һәләк булды...
Өс көндә 12 кеше һәләк булды...
Өс көндә 12 кеше һәләк булды...
Өс көндә 12 кеше һәләк булды...
Өс көндә 12 кеше һәләк булды...
Өс көндә 12 кеше һәләк булды...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас