

Бөгөн, 20 июлдә, Салауат районының Арҡауыл ауылы янындағы урманда дүрт йәшлек малай юғалған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән.
Бәхеткә күрә, күпмелер ваҡыт үткәс, баланың ата-әсәһе малайҙы иҫән-имен таба алған.
Бындай хәлдәр бер ғаиләлә лә булмаһын, әлбиттә. Шулай ҙа һаҡлыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп үтеү зыян итмәҫ.
Урманға юлланған саҡта ҡотҡарыусылар балаға һары, ҡыҙыл төҫтәге сағыу кейем кейҙерергә кәңәш итә. Был осраҡта уны алыҫтан күреп буласаҡ. Ең остарына, салбарына яҡтылыҡты кире ҡайтарғыс элементтар тегегеҙ – ҡараңғы мәлдә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ, әгәр бала телефон менән ҡуллана алырлыҡ йәштә булһа, ул һәр ваҡыт тулы зарядлы булһын, шул саҡта һеҙгә шылтыратырға йәки 112 һандары буйынса ҡотҡарыусылар менән бәйләнешкә инергә мөмкин буласаҡ.
Алдан иҫкәртеп ҡуйығыҙ: әгәр бала урманда аҙашһа, шул урында туҡтаһын һәм ярҙам килеүен көтһөн. Икенсенән, нығыраҡ тауышланһын: ҡысҡырһын, ағастарға таяҡ менән һуҡһын. Был тауыштар ҡыр хайуандарын ҡурҡытырға ла ярҙам итәсәк. Урманға юлланыусының биштәренә мотлаҡ һыҙғыртҡыс һалығыҙ.
Фото: kazanfirst.ru