Хәүефһеҙлек
21 Июль 2022, 17:45

Кисә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...

Икенсе осраҡ төндә Ейәнсура районының Иҙелбәк – Казанка юлында теркәлгән.

Кисә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...Кисә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...

Уҙған тәүлектә, 20 июлдә, республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлде һәм уларҙа өс кеше һәләк булды, туғыҙ кеше йәрәхәтләнде. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1500 осрағын асыҡлаған, шулай уҡ эскән килеш рулгә ултырған 35 водителде тотҡан, уларҙың өсәүҙе инде икенсе тапҡыр эләккән.

Тәүге авария Дүртөйлө районында Дүртөйлө – Нефтекама юлының 38-се километрында була: бер йүнәлештә китеп барған “Лада Гранта” һәм “УАЗ” йөк автомобиле бәрәлешә. Һөҙөмтәлә “Лада Гранта”лағы 17 йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була, ә икенсе пассажир – ҡыҙҙың атаһы дауаханала йән бирә. Еңел автомобилдең водителенә лә медицина ярҙамы талап ителгән.

Икенсе осраҡ төндә Ейәнсура районының Иҙелбәк – Казанка юлында теркәлгән. 46 йәшлек ир “Лада Нива” автомобилендә идараны юғалтып, юлдан һул яҡҡа сығып, канауға ауа. Авария һөҙөмтәһендә 41 йәшлек пассажиры шунда уҡ йән бирә. Водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

– Тиҙлек барлыҡ юл-транспорт ваҡиғаларының эҙемтәһен киҫкенләштергән фактор булып тора. Уртаса тиҙлектең артыуы менән авариялар ихтималлығы ла көсәйә, юғары тиҙлектә уның үлемесле йәки ауыр йәрәхәттәр менән тамамланыу хәүефе тағы ла юғары.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү һәм хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү мөһимлеге, шулай уҡ автомобиль салонында баланы йөрөткәндә махсус һаҡ ҡорамалдарын мотлаҡ ҡулланырға кәрәклек тураһында иҫкәртәм. Бынан тыш, билдәләнгән хәрәкәт тиҙлеген арттырырға ярамағанлығын айырып әйтәм, – тине ЮХХДИ-ның республика идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юлығыҙ имен булһын!

Фото: @bash_gibdd.     

Кисә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...
Кисә республика юлдарында өс кеше һәләк булды...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас