

Ошо аҙнала Баҡалы һәм Мәләүез райондарында булған ҡот осҡос авариялар бөтәбеҙҙе лә шаңҡытты. Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баҡалы районында дүрт ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән осраҡҡа айырым туҡталды.
“Баҡалы районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Башҡаса әйтә алмайым, иҫерек ҡәбәхәттең, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, лаяҡыл эскәнлеге раҫланған, Audi A5 автомобилендә дүрт ҡыҙҙы бәрҙергән – уларҙың барыһы ла һәләк булған.
Яна, Анна, Эльвина, Ксения...
17 июлдә таңғы сәғәт 5-тә Баҡалы районының Баҡалы ауылында 23 йәшлек егет Аudi A5 автомобилендә дүрт йәш ҡыҙҙы тапата.
19, йәнә 18 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙар, Яр буйы урамындағы “Fox” кафеһынан сығып, өйҙәренә табан йүнәлә, тик улар ҡайтып етә алмай – заправка станцияһы яғынан ҙур тиҙлектә килеп сыҡҡан автомобиль уларҙы бәрҙереп китә. Һөҙөмтәлә йәйәүлеләр “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән бирә. Водителде тикшергәндән һуң, уның өргән тынында 0,333 миллиграмм алкоголь барлығы асыҡланған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы етәкселеге, юл-транспорт ваҡиғаһын тикшереүҙә махсуслашҡан бүлек хеҙмәткәрҙәре һәм күсмә эксперт-криминалистика лабораторияһы резонанс тыуҙырған ваҡиға урынында була.
– Ҡыҙҙар кафенан сыҡҡас, 60 метр арауыҡ үтеп өлгөрә. Водитель әйтеүенсә, транспорт сараһының тиҙлеге сәғәтенә 110 километр булған. Ул эскән. Әле тикшереү эше бара, – тип белдерҙе Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.
Ҡыҙҙарҙың дүртеһе лә Баҡалы ауылынан. Улар ауылдың 1-се дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған. Музыка мәктәбе директоры билдәләүенсә, ҡыҙҙар бик һәләтле булған. Икеһе Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгән, бәреһе – колледжда.
Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо фажиғәле хәлгә бәйле ҡайғы уртаҡлашып: “Баҡалыла ҡурҡыныс фажиғә – бөгөн таңда юл-транспорт ваҡиғаһында Яна, Анна, Эльвина, Ксения исемле йәш ҡыҙҙар һәләк булды. Улар бик әүҙем, һәләтле, яуаплы ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерҙәре бик иртә өҙөлдө... Ата-әсәләренең, яҡындарының, дуҫтарының ҡайғыһын уртаҡлашам, сабырлыҡ һәм рухи көс теләйем”, – тип яҙған.
Авария сәбәпсеһе булған егет нефть тармағында эшләгән, ошо йүнәлештә юғары уҡыу йортонда белем алған. Әле ул – һаҡ аҫтында.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәү һәм эскән килеш рулгә ултырыу арҡаһында дүрт һәләтле үҫмерҙе юғалттыҡ, шулай уҡ 23 йәшлек водитель дә үҙенең яҙмышын селпәрәмә килтерҙе. Уға был “ҡара тап” менән ғүмер буйы йәшәргә тура киләсәк...
Тағы ла алты кеше...
19 июлдә шулай уҡ таңғы сәғәт 5-тә Өфө – Ырымбур федераль трассаһының 196-сы километрында тағы ла бер ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе теркәлде: Ford Focus менән “Лада Ларгус” бәрелеште.
Асыҡланыуынса, Ford Focus автомобиле рулендә – Стәрлетамаҡ районынан 30 йәшлек, ә “Лада Ларгус”та Сибай ҡалаһынан 36 йәшлек ир булған. Аварияла ике автомобилдең дә водителдәре һәм “Лада Ларгус”тағы Йылайыр районынан 70 йәшлек пассажир “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән. Шулай уҡ “Лада Ларгус”тағы өс пассажир дауаханаға оҙатылған, әммә уларҙың береһе – Хәйбулла районынан 62 йәшлек ҡатын да вафат булған. Табиптар йәнә ике пассажирҙың ғүмере өсөн көрәшә.
Ошо көндә Благовар районында авария һөҙөмтәһендә Туймазы ҡалаһынан 60 йәшлек ир һәләк була. Ул “Лада Ларгус” автомобилендә юл төҙөлөшө барған урында йөк машинаһының артына бәрелә. Был күренеш видеокамераға эләккән: еңел автомобиль юғары тиҙлектә елдерә, водитель тормозға баҫыу сараһын да күрмәй. Ул үҙе һәләк була, ә туғыҙ йәшлек ҡыҙы – баш ҡала дауаханаһында реанимация бүлегендә.
Ошо уҡ көндөң кисендә Ҡалтасы районында Красный Холм – Ҡалмыябаш юлының етенсе километрында Татарстандан 58 йәшлек водитель “Урал” йөк автомобилендә ауҙарыла. Авария һөҙөмтәһендә 29 йәшлек пассажир һәләк була, ә водитель менән тағы бер пассажир иҫән ҡала. Тикшереү һөҙөмтәһендә водителдең эскән булыуы асыҡлана.
Эскән водитель енәйәтсегә тиң
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәр фажиғәле хәлдәрҙән һабаҡ алмай, иҫерек килеш рулгә ултырыуҙарын дауам итә. Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың да “һалмыш” килеш автомобиль йөрөтөү осраҡтары йышайҙы. Бигерәк тә йәштәр уйламаған аҙым яһай – иҫерек килеш рулгә ултыра.
– Алкоголь – водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең иң мәкерле дошманы, сөнки ул килеп тыуған хәүефле хәлдә кешене харап итә. Спиртлы эсемлектәрҙе аҙ ғына ҡулланғанда ла психофизиологик функцияларҙың боҙолоуы юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе була, – тип иҫкәртәләр ЮХХДИ-ның Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
“Эскән водитель енәйәтсегә тиң” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә, бының дөрөҫ булыуын үрҙә килтерелгән миҫалдар ҙа раҫлай. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Башҡортостанда алты айҙа хоҡуҡ тәртибе һаҡлау органдары уҙғарған иҫкәртеү саралары, рейдтар ваҡытында ете меңдән ашыу иҫерек водитель тотолған. Улар ҡатнашлығында 83 авария теркәлгән, ғәйеплеләр араһында алты ҡатын-ҡыҙ ҙа бар.
“Һалмыш” шоферҙар ҡатнашлығындағы авариялар йәкшәмбелә күп теркәлә – 23 осраҡ, дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә – 12, аҙнаның башҡа көндәрендә аҙыраҡ – 8–10 самаһы.
– Беҙгә эскән водителдең автомобилгә идара итеүен күргән һәм быға битараф ҡалмаған граждандарҙың ярҙамы кәрәк. Полицияға “128” йәки “02” телефондарынан, шулай уҡ социаль селтәр аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин, – тип хеҙмәттәшлеккә саҡыра ЮХХДИ идаралығы етәксеһе.
ИҒТИБАР!
ЮХХДИ-ның республика буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфө – Бөрө – Яңауыл юлында быйыл 15 кеше һәләк булған, уларҙың туғыҙы – Благовещен районында.
Был участкала һәләк булғандар һаны 60 процентҡа артҡан, йәғни 2017 – 2021 йылдарҙа 91 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 293-ө төрлө йәрәхәт алған. Юл ҡорбандарының 39-ы һәм йәрәхәтләнгәндәрҙең 103-ө Благовещен районына тура килә.
Белгестәр белдереүенсә, был участкала юлдың торошо насар түгел, шуға ла аварияларҙы кәметеү маҡсатында өҫтөнлөк биргән, тыйған һәм иҫкәрткән билдәләрҙе тағы ла өҫтәп ҡуясаҡтар. Светофор урынлаштырыу, яһалма яҡтыртыуҙы көйләү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фотовидеотеркәү камералары 11-гә тиклем еткереләсәк. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә өҫтәмә рәүештә йәлеп ителәсәк.
Константин ТОЛКАЧЕВ,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт
Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Республика Башлығының иҫерек килеш рулгә ултырған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ҡарата етди дисциплинар саралар ҡулланыу тураһындағы тәҡдиме ныҡлап өйрәнеүҙе талап итә.
Бындай башланғыстар юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй. Иҫерек килеш рулгә ултырған кешеләр хаҡында эш биреүсе лә, коллектив та белһен. Эш урынында ышанысты юғалтыу штрафтарҙан һәм водитель танытмаһынан мәхрүм итеүҙән дә нәтижәлерәк булыр. Был мәсьәлә өҫтөндә Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары парламенттары менән берлектә эшләйәсәкбеҙ.
- Рәмилә МУСИНА