Хәүефһеҙлек
22 Июль 2022, 10:12

Хозур миҙгел хәүефһеҙ үтһен

Бының өсөн һаҡлыҡ сараларын күреү кәрәк.

ufa1.ruufa1.ru
Фото:ufa1.ru

Йәйҙең икенсе яртыһы аяҙ, эҫе көндәре менән ҡыуандыра. Тимәк, саф һауала, урман-ҡырҙарҙа күберәк булабыҙ. Әммә төрлө бәлә-ҡаза әҙәм балаһын аҙым һайын һағалап ҡына тора. Саҡ ҡына уяулығыңды юғалттыңмы, хәүеф-хәтәр менән ҡара-ҡаршы ҡалаһың. Төрлө йәнлек-хайуандарҙан, бөжәктәрҙән дә һаҡланыу талап ителә.

 

Йылан саҡһа...

 

Һуңғы ваҡытта социаль сел­тәр­ҙәрҙә әле унда, әле бында кеше­ләрҙең йыландарға тап булыуы тураһында хәбәрҙәр таралды. Мәҫәлән, июнь аҙағында Баймаҡ районының Басай ауылы кешеһе йорто эргәһендәге күбәлә туҙбаш­тарҙың ойошҡан төркөмөнә тап була. Салауат районының Мөрсә­лим ауылында ла бер мөгәрәптә ошо һөйрәлеүселәрҙе күреп ҡала­лар. Белорет урмандарында ла бихисап йыланды төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалдылар.

Башҡортостандың милли паркы директоры Владимир Кузнецов аңлатыуынса, төбәк өсөн был ғәҙә­ти хәл. Яҙ аҙағында – йәй башында йыландарҙың никах миҙгеле башлана, ошо сәбәпле улар әүҙем­ләшә.

Белгестәр аңлатыуынса, йыландар бер ҡасан да юҡҡа саҡмай. Ул үҙенә хәүеф янаһа, һаҡланыу маҡсатында кешене сағыуы ихтимал. Бындай бәләгә тарымаҫ өсөн, тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда резина йәки күн итек кейегеҙ, салбар балағын ҡунысҡа тығып ҡуйығыҙ, һәр саҡ иғтибар менән аяҡ аҫтына ҡарап барығыҙ. Йылан осраһа, уны үлтерергә ашыҡмағыҙ, уға арҡа менән боролмай яйлап ҡына ситкә китегеҙ. Йорт тирәһен, баҡса биләмәһен тәртиптә тотоғоҙ, йыш ҡына сүп-сар баҫҡан ҡыуаҡлыҡтар эргәһендә оялай.

Йылан сағыу билдәһе: тәндә бер йәки ике бәләкәс кенә яра эҙе бар, тешләнгән урын ҡыҙара-бүртә, тын алыуы ауырлаша. Кешенең ҡапыл тән температураһы күтәре­ле­үе, ҡоҫа башлауы ихтимал. Күреү һәләте ҡырҡа түбәнәйә.

Әгәр ҙә янығыҙҙағы берәйһен йылан саҡһа, иң алда “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Бәләгә тарыған кеше сәбәләнмәһен, мөмкин тиклем әҙерәк хәрәкәтләнһен. Уны ергә горизонталь ятҡырығыҙ. Аяғы сағылған булһа, уны һау икенсе аяҡҡа бәйләгеҙ. Ә яра ҡулда булһа, уны терһәктән бөкләргә кәрәк.

Шунан яра урынына сепрәк һалығыҙ ҙа 20 минут буйы  ағыуҙы һурып төкөрөгөҙ! Шул рәүешле организмдағы ағыуҙың 20 – −50 проценты сығып бөтәсәк.

Йылан саҡҡан кешенән ағыуҙы һурырға ҡурҡмағыҙ. Беренсенән, һеҙ ағыуҙы төкөрәһегеҙ, икенсенән, ауыҙ аша эләккән токсик матдә бик аҙ күләмдә, ул һеҙгә бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ.

Шунан яраны йод (спирт, “зелен­ка”) менән эшкәртегеҙ һәм ҡыҫып бәйләгеҙ. Тире туҡымалары шеш­һә, бәйләмде әҙерәк бушаты­ғыҙ. Мөмкинлек булһа, шул урынға боҙ һалығыҙ. Бәләгә тарыусыға күп шыйыҡлыҡ (сәй, һыу, һут) эсергә кәрәк, был ағыулы матдәнең организмдан тиҙерәк сығыуына булыш­лыҡ итәсәк.

Йылан саҡҡан кешегә тәүге ярҙам күрһәтелгәс, уға мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Алты сәғәт эсендә йылан ағыуына ҡаршы сыворотка эшләнергә тейеш.

Ярамай:

– йылан саҡҡан урынды янды­рырға, ҡырҡырға;

– сағылған урындан өҫтәрәк жгут һалырға. Был кешенең хәлен тағы ла насарайта, уның ҡапыл үлеүе ихтимал;

– алкоголь эсеү. Спиртлы эсемлек организмдағы ағыуҙың сығы­уын тотҡарлай, уны тағы ла көсәйтә.

 

Хайуан тешләгәндә

 

Һуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәр күбәйеп китте. Урамда һин дә мин йөрөгән эттең кешегә (бигерәк тә балаларға) ташланыуы ихтимал. Ул тәндә йыртылған һәм тешләнгән яралар ҡалдыра. Ә былтыр Учалы районының Сәфәр ауылында теркәлгән үлемесле фажиғә бөтә республика халҡын тетрәтте.

Эт тешләүе аша ҡотороу сирен йоҡторорға мөмкин. Әгәр ҙә ике көндә вакцина яһалмаһа, кешенең нервы системаһы ҡаҡшай, ул үлә. Хә­терегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, был бәләнән үҙаллы дауаланып булмай!

Ҡотороу сирен йөрөткән эт уҫал­лығы менән айырыла, уның шайы­ғы ағып тора, өргәндә хырылдаған тауыш ишетелә. Бындай билдәләр организм инфекцияланғандан һуң аҙна самаһы үткәс кенә беленә башлай, шуға күрә, ниндәй генә хайуан тешләһә лә, тиҙ арала табипҡа күренегеҙ. Әгәр ҙә яранан ҡан шәп аҡһа, уны туҡтатырға кәрәк. Ә яйлап ҡына аҡһа, туҡта­тырға ашыҡмағыҙ, ҡан менән бергә инфекция ла йыуылып сығасаҡ. Яра ни тиклем тиҙерәк таҙартылһа, ҡотороу вирусын йоҡтороу мөмкин­леге шул тиклем кәмей. Иң алда тешләнгән (сапсылған) һәм хайуан­дың шайығы эләккән урынды ағып торған һыуҙа ун минут самаһы кер һабыны менән йыуығыҙ. Шунан яраны водород перекисы менән эшкәртегеҙ. Әгәр ҙә ошо ике ҡағиҙә теүәл үтәлһә, ҡотороу сирен эләк­тереү ҡурҡынысы 90 процентҡа юҡҡа сыға.

Артабан яраның ситенә биш процентлы йод йәки “зеленка” һөр­төгөҙ һәм бәйләп ҡуйығыҙ. Ошо­ларҙы эшләгәс, медицина ойошма­һына мөрәжәғәт итегеҙ. Мотлаҡ ҡотороуға ҡаршы прививка эшлә­тергә кәрәк, иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн өс ай буйы алты укол һаласаҡтар. Ә тешләгән эт тура­һын­да дәүләт ветеринария хеҙмә­те­нә хәбәр итегеҙ. Белгестәр, уны тикшереп, ҡотороу сире булыу-бул­мауын асыҡлаясаҡ. Әгәр ҙә ул берәҙәк икән, экспертизаға ебәрер­гә кәрәк.

Тешләнгәндең тәүге өс көнөндә яраны тегергә, ситтәрен ҡырҡырға ярамай. Бары ҡан туҡтатыу ниә­тендә генә тегергә мөмкин. Хай­уандар тешләгәндә уның микроорганизмдары ла тәнгә эләгә, шуға ла ундай яралар оҙағыраҡ уңала.

Бесәй, төлкө һәм башҡа хайуан тешләгәндә лә үрҙә әйтелгән кәңәштәрҙе файҙаланығыҙ.

 

Үҙе бәләкәй генә, ә бәләһе ҙур

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәгебеҙ талпанға бай. Былтыр республикала 10 меңдән ашыу кеше, унан зыян күреп, табиптарға мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 16-һы  талпан энцефалиты, ә 14-е боррелиоз йоҡтора. Быйыл да зарарланыусылар бар. Талпандар айырыуса май-июнь һәм август-сентябрь айҙарында әүҙемләшә.

Талпан энцефалитынан һаҡла­ныу­ҙың иң ышаныслы ысулы – вакцина яһатыу. Өҫ кейемен эшкәр­теү һәм талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн тәғәйенләнгән махсус химик сараларҙы ҡулланыу ҙа һөҙөмтәле. Урманға йәки паркка барғанда мотлаҡ баш кейемегеҙ булһын. Оҙон еңле, аяҡты бәкәлгә ҡәҙәр ҡаплап торған өҫ кейеме һайлағыҙ. Һәр 1,5-2 сәғәт һайын үҙегеҙҙе йәки бер-берегеҙҙе тикшереп тороғоҙ, сөнки талпан шунда уҡ ҡаҙалмай, күпмелер ваҡыт тән буйлап йөрөп ала.

Ә инде ҡаҙалған булһа, талпанды сығарырға кәрәк. Мөмкинлек бар икән, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Бөжәкте иҙергә ярамай, сөнки уның организмында ҡурҡыныс вирустар булыуы ихтимал. Улар ҡулдағы ваҡ йәрәхәттәр аша кешегә йоғоуы мөмкин. Тәндән алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә илтергә кәрәк.

Әгәр бөжәктең зарарлы булыуы асыҡланһа, кисекмәҫтән йәшәү урыны буйынса медицина пунктына мөрәжәғәт итеү зарур. Зыян күреүсегә талпанға ҡаршы иммуноглобулин яһап, тейешле саралар күрәсәктәр.

 

Бал ҡорто ла зыян килтерә

 

Йәй бал ҡорттары бик әүҙем була. Улар саҡһа, урыны ҡыҙарып шешә, көслө аллергик реакция булыуы ла ихтимал.

Бал ҡорто кешегә көслө ағыуын индерә. Шуға ла сағылған урын ауырта һәм елһенеү барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә, ҡорттоң энәһе ярала ҡала һәм һаман да ағыу бүлеп сығарыуын дауам итә. Тиҙ арала ана шул энәне тырнаҡ осо йә пинцет менән сығарырға кәрәк. Әгәр ҙә ул тире аҫтына үтеп инһә, һаҡ ҡына һығығыҙ, тик бер ҡасан да шул тирәне ышҡымағыҙ. Ағыуҙы оҙаҡ ҡына һыҡҡас, яра урынына сылатылған шәкәр йә спирт (одеколон) һөртөгөҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, был организмды ағыуҙан таҙарта. Бал ҡорто саҡҡандан һуң араҡы эсергә ярамай, алкоголь организмға эләккән ағыуҙың тәьҫирен көсәйтә.

Ҡайһы бер кешеләрҙә бал ҡортоноң сағыуынан аллергия реакцияһы булыуы ихтимал. Бигерәк тә 12 йәшкә тиклемге балалар һәм 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ бирешә. Ундай кешеләр сағылғандан һуң ҡып-ҡыҙыл булып шешенә, тындары быуыла. Уларға тиҙ арала ҡан тамырына антигис­тамин төркөмө препаратынан укол ебәрергә кәрәк. Ғөмүмән, бал ҡорто сағыуына аллергияһы булғандар мотлаҡ аллергологка күренергә тейеш.

 

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре фай­ҙаланылды.

-  Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас