Хәүефһеҙлек
23 Июль 2022, 09:00

200 баш һарыҡ әрәм булған...

"Баш ДТП" порталы хәбәр итеүенсә...

200 баш һарыҡ әрәм булған...200 баш һарыҡ әрәм булған...
200 баш һарыҡ әрәм булған...

Шишмә районында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде: М-5 трассаһының 1418-се километрында һарыҡтар тейәп китеп барған фура юлды айырып торған тимер рәшәткәгә бәрелеп ауған, тип хәбәр итә "Баш ДТП" порталы.

Һөҙөмтәлә һарыҡтарҙың күбеһе ҡазаланған, 200 баш самаһы үлгән. Үтеп барыусылар был хәлде күреп, видеоға төшөрөп һалған, унан күренеүенсә, трассала үлгән малҡайҙар ята, йәрәхәтләнгәндәре йөрөргә маташа, ҡайһы берҙәре хатта аяғы өҙөлгән көйө лә… Бәхеткә күрә, водитель үҙе зыян күрмәгән, шулай уҡ башҡа машиналар ҙа бәләгә тарымаған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре килеп, янып китмәһен тип, фураны күбек менән һиптереп киткән. Фажиғәгә юлыҡмаҫ өсөн, юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ, уяулыҡты юғалтмайыҡ.

Фото: Баш ДТП.

200 баш һарыҡ әрәм булған...
200 баш һарыҡ әрәм булған...
Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас