

Бәлә Жилин ҡасабаһындағы йорттар янында булған. 56 йәшлек ошо ауыл кешеһе үҙ баҡсаһында ҡурай еләге йыйып йөрөгән ваҡытта аңғармаҫтан дүрт метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән. Ҡотҡарыусылар килгәнсе ир ике көн буйы шунда ултырған.
Әлеге ваҡытта ул ҡаланың 21-се дауаханаһында. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
"Хәленең ауырлығы бейеклектән ҡолауҙан алынған йәрәхәттәр менән бәйле", тип асыҡлыҡ индергәндәр ведомствола.
Тирә-яғыбыҙҙа хәүеф-хәтәр һағалап ҡына тора. Күп осраҡта үҙебеҙ иғтибарлы һәм һаҡ булайыҡ.
Фото: bashinform.ru