Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Июль 2022, 22:30

Пассажир ҙа, мышы ла үлгән

Ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтар ойоштора.

Пассажир ҙа, мышы ла үлгән
Пассажир ҙа, мышы ла үлгән

Кисә Салауат районында Кропачев – Мәсәғүт – Әшит юлының 38-се километрында пассажир автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

ЮХХДИ-ның республика буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария иртәнге сәғәт 6-ла булған. “Лада Калина” автомобиле менән “Setra” маркалы автобус берәлешкән. Еңел автомобиль менән идара иткән Дәүләкән районынан 36 йәшлек водитель дауаханаға оҙатылған.

Мәғлүм булыуынса, автобус Пермь – Иҙрис ауылы (Салауат районы) маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Уның салонында 27 пассажир булған, улар зыян күрмәгән.

Өфөлә кисә көндөҙ – 11.30 сәғәттә тағы ла бер авария теркәлде. Ҡаланың СССР-ҙың 50 йыллығы урамында 1971 йылғы ҡатын “Сузуки СХ 4” автомобилендә артҡа хәрәкәт иткәндә туҡтап торған “Рено Сандеро” һәм “Киа Соул” автомобилдәрен төкөтә. Унан һуң тағы ла бинаға барып бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә “Сузики” водителе зыян күрә һәм дауаханаға оҙатыла.

Кисә Әлшәй районында булған аварияла ла бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, сәғәт 4-селә Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 117-се саҡрымында 35 йәшлек ир “Лада Приора”ла идараны юғалтып, юлдың уң яғына түңкәрелә. Ул алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән бирә.

21 июлдә иһә киске сәғәт 11-ҙә Өфө районында Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 30-сы километрындағы авария ла фажиғәле тамамлана. Был юл-транспорт ваҡиғаһында Ырымбур өлкәһенән 29 йәшлек ир “Datsun on-Do” автомобилендә мышыға бәрелгән. Хайуанҡай юл ҡоймаһы аша һикереп, юлға килеп сыҡҡан. Авария һөҙөмтәһендә автомобилдәге 66 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәрҙән һәләк була, мышы ла үлә.

Республика юлдарында аварияларға юл ҡуймау, эскән водителдәрҙе тотоу маҡсаттында ял көндәрендә автоинспекторҙар көсәйтелгән режимда эшләй.   

Юлдарығыҙ имен булһын, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ!

Фото: @bash_gibdd.

Пассажир ҙа, мышы ла үлгән
Пассажир ҙа, мышы ла үлгән
Пассажир ҙа, мышы ла үлгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: