Хәүефһеҙлек
24 Июль 2022, 17:30

Алда ла эҫе көндәр көтә

Әсә кеше, балаһының батып барғанын аңламай, уның йөҙгәнен фотоға төшөрөп тик торған...

Алда ла эҫе көндәр көтәАлда ла эҫе көндәр көтә
Алда ла эҫе көндәр көтә

Аҙна башынан Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт ҡотҡарыусылары рөхсәт ителгән һыу ятҡылыҡтарында дүрт баланы батыуҙан аралаған.

"Ожмах яры"нда ете йәшлек малайҙы, Затон яғында алты йәшлек ҡыҙҙы, "Карьерлы" пляжында 8 һәм 11 йәшлек малайҙарҙы ҡотҡарғандар, тип белдергәндәр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, бөтә балалар ҙа ата-әсәләре менән ял иткән, тик һыу эсендә ҡарауһыҙ йөҙгәндәр. Бер осраҡта ғына әсә балаһы эргәһендә булған, әммә, батып барғанлығын аңламай, уның йөҙгәнен фотоға төшөрөп торған. Ярҙамға, ярай әле, ҡотҡарыусылар килеп еткән.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, артабанғы өс көндә лә эҫе торасаҡ, тимәк, һыу буйҙары ла ял итеүселәр менән тулы булыр. Йылға-күл буйҙарында ял иткәндә барлыҡ һаҡлыҡ сараларын, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, балаларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырмаҫҡа, рөхсәт ителмәгән билдәһеҙ урындарҙа һыуға төшмәҫкә саҡыра ҡотҡарыусылар.

Фото: tinamam.wordpress.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас