

Быйыл йәйҙең ямғырлы булыуы республика халҡын урман янғындарын бер аҙ ял иттереп, йәйҙең матурлығына һоҡланыу мөмкинлеген бирҙе. Әммә әле бер аҙнанан ашыу көндәрҙең ҡояшлы тороуы яңынан янғын хәүефен арттырҙы.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Бөрйән районында урман янып киткән. Бәхеткә күрә, ваҡытында күреп, башланған сағында уҡ һүндереп өлгөргәндәр. 0,2 гектар майҙанды ауыҙлыҡлауға 19 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән.
Дөйөм алғанда, 15 апрелдән бөгөнгә тиклем республика урмандарында 42 янғын теркәлгән, шул иҫәптән уларҙың 27-еһендә кеше ғәйепле, биш осраҡта башҡа категорияға ҡараған урмандарҙан ут күскән, һигеҙ осраҡ иһә йәшенгә бәйле, ике осраҡта техноген объекттарҙан ут сыҡҡан. Зыян күргән урман майҙаны 277 гектар тәшкил итә.
Иҫкәртәбеҙ: 22 июндән Башҡортостанда 3-сө класлы янғын хәүефе иғлан ителде, ә Архангел, Асҡын, Бөрө, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Өфө райондарында – 4-се класлы янғын хәүефе тора.
Мәғлүм булыуынса, былтыр йәйҙен яуым-төшөмһөҙ булыуы арҡаһында республика урмандарында янғындар күп булды. Мәҫәлән, былтыр ошо ваҡытҡа ҡарата 226 урман янғыны теркәлгән һәм уларҙа 2872 гектар майҙандағы урман зыян күргән.
Тәбиғәттең именлеге – беҙҙең ҡулда, шуға ла урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйек.
Фото: rus.dashgazet.ru.