

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көндәрҙә республика буйынса янғын сығыу осраҡтары күп булды, уларҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлдө. Яңы ғына Бөрйән районындағы фажиғәле хәл шаңҡытҡайны, оҙаҡ та тормай Учалының Ахун ауылында 81 йәшлек ҡатындың да янғында һәләк булғаны хаҡында ишетелде.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фажиғә кисә төндә теркәлгән. Янғын һүндереүселәр ағас йорттағы һәм уның эргәһендәге утты 5.26 сәғәттә һүндереп бөткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло йәштәге инәй һәләк булған.
Әле ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана.
Янғындарҙың сәбәбе күп осраҡта - көндәрҙең ҡоро тороуы. Ут яҡҡанда, мейес тоҡандырғанда һаҡ эш итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ут яуапһыҙлыҡты яратмай.
Фото: "Башинформ".