

Кисә, 24 июлдә, киске сәғәт 7-селә Ҡариҙел районында Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлының 59-сы километрында Мишкә районынан 39 йәшлек водитель “Chevrolet Cruze” автомобилендә юлдан ситкә сығып китеп ауа. Авария һөҙөмтәһендә 36 йәшлек пассажир, ун һәм һигеҙ йәшлек ике бала зыян күрә һәм дауаханаға оҙатыла. Водитель аңлатыуынса, рулдә йоҡлап киткән. Етмәһә, балалар хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған булған. Был осраҡ буйынса тикшереү бара.
– Күп ваҡытта водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимын күҙәтмәүе күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә. Арыған көйөнсә автомобиль менән идара итеү тәү сиратта водителдең реакцияһында сағыла, ул иһә туҡталыу юлы оҙонлоғона йоғонто яһай, һөҙөмтәлә хәрәкәт хәүефһеҙлеге боҙола, – тип белдерҙе ЮХХДИ-ның республика буйынса идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.
Ысынлап та, йонсоған килеш юлға сығыу һәм автомобиль менән идара итеү күп авариялар сәбәпсеһе булып тора, шуға ла ял итмәйенсә сәфәргә юлланмағыҙ. Китеп барғанда йоҡо баҫһа, туҡтап ял итеү яҡшыраҡ. Үҙеңде һәм яҡындарыңды, юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуйғансы, бер-ике сәғәт серем итеп алыу хәйерлерәк.
Юлығыҙ имен булһын, эш аҙнаһы файҙалы үтһен!
Фото: @bash_gibdd яҙмаһынан скриншот.