Хәүефһеҙлек
25 Июль 2022, 17:00

Ҡыҙ менән егет шунда уҡ йән биргән...

"Кешеләр ҡысҡырыша, ярҙам һорай башланы. Водитель иһә..." 

Ҡыҙ менән егет шунда уҡ йән биргән...Ҡыҙ менән егет шунда уҡ йән биргән...
Ҡыҙ менән егет шунда уҡ йән биргән...

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Благовар районы үҙәгенән Өфөгә “Языков – Өфө” маршруты буйынса юлға сыҡҡан “Ford Transit” пассажир автобусы М-5 федераль трассаһында, Ҡашҡалаша ауылы эргәһендә, юл һыҙаты һыҙып китеп барған юлсыларҙы оҙатып барған “КамАЗ”ға барып бәрелә. Аварияла алты кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ла 13 кеше йәрәхәттәр ала, шул иҫәптән дүртәүһе реанимацияла ауыр хәлдә.

“КП-Уфа” гәзите хәбәрсеһе иҫән ҡалған пассажирҙар араһынан Шакир Д. менән аралашҡан. 42 йәшлек ир Языков ауылынан, Өфөгә стоматологка ҡабул итеүгә китеп барған. Автобуста урын булмаһа ла, ваҡыт аҙ ҡалғас, ултырырға ҡарар иткән.

– Артта баҫып барҙым. Автобус шәп барҙы йәки кемделер ҡыуып үтте тип әйтеп булмай. Тәҙрәләр ҡараңғылатылған, шуға ла алда йөк автомобиле торғанын күрмәнек. Автобус ҡапыл төкөлгәнен, бөтәһенең дә иҙәнгә ҡолағанын иҫләйем. Һуңынан кешеләр ҡысҡыра, ярҙам һорай башланы. Водитель иһә шунда уҡ сығып, яралыларҙы тышҡа сығара башланы. Мин тәүҙә “Ашығыс ярҙам” саҡырҙым, һуңынан кешеләрҙе сығарырға булыштым. Үҙем йәрәхәтләнмәнем, әммә ныҡ ҡурҡтым. Аҙаҡ башҡа машиналар туҡтай башланы, “Ашығыс ярҙам” һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре килде, – тип һөйләгән Шакир Д.  

Уның һүҙҙәренсә, ҡайһы берәүҙәр шунда уҡ һәләк булған – алғы урында ултырған егет һәм ҡыҙ. Уларҙы ныҡ ҡыҫҡан, шунда уҡ үлгәндәр. Тағы ла ике кеше үлем менән оҙаҡ көрәшкән, хырылдап, саҡ-саҡ тын алған.

Был ҡурҡыныс авария буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, 27 йәшлек водитель һаҡ аҫтына алынған.

"Башҡортостан" гәзите һәләк булғандарҙың яҡындарының сикһеҙ ҙур ҡайғыһын уртаҡлаша.

Мәғлүмәт сығанағы: "КП-Уфа". Фото: @bash_gibdd.

Ҡыҙ менән егет шунда уҡ йән биргән...
Ҡыҙ менән егет шунда уҡ йән биргән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас