

Кисә, 24 июлдә, таң менән Бөрйән районының Байназар ауылында булған ҡот осҡос янғында әсә менән ҡыҙ һәләк булғайны. Билдәле булыуынса, ут аласыҡта яғылған мейестән башланып, тиҙ арала таралып киткән.
"Утты һүндергәндә 1985 йылғы ҡатындың һәм уның 2011 йылғы ҡыҙының кәүҙәһе табылды. Шулай уҡ 2008 йылғы малай менән 2020 йылғы ҙур зыян күргән. Уларҙы ҡатын тәҙрә аша атаһының ҡулына тапшырып өлгөргән. Улар әле дауаханала. Малайҙың хәле ауыр", - тип хәбәр итәләр БР буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Йәш ҡатын балалары менән атай йортона ҡунаҡҡа килгән була. Хужа ир көн дә көтөү көтөргә йөрөй, ә был иртәлә ул аласыҡта ут яға ла эшкә юллана. Ҡатын ике ҡыҙы һәм ирҙең 14 йәшлек улы менән өйҙә йоҡлап ҡала. Аласыҡтағы ут өйгә тоҡана. Төтөн еҫенә уяныптыр, ҡатын балаларҙы уята һәм икәүһен ҡотҡарып өлгөрә, тик үҙе һәм тағы бер ҡыҙы ут ҡорбаны була.
Үкенескә күрә, ҡараусыһыҙ ҡалған ут оло фажиғәгә еткергән. 2 йәшлек ҡыҙҙы санавиация ярҙамынды Өфөләге үҙәккә килтергәндәр. Уның тәненең 20 проценты бешкән. Ә 14 йәшлек малайҙың хәле ауыр - тәненең 90 проценты янған. Ул район дауаханаһында, табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Әле фажиғә сәбәпле, "Һаҡһыҙлыҡ буйынса кеше ғүмерен ҡыйыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: Ufa.bezformata.com