

“Аңлатабыҙ. Башҡортостан” төркөмө балалар хәүефһеҙлеге тураһында яңы яҙма менән уртаҡлашты. Ошо хаҡта - карточкаларҙа.
ЮХХДИ иҫкәртә: тиҙҙән иң хәүефле ай - август башлана. Өлкәндәр һәм айырыуса балалар өсөн юлда мөһим булған хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрәбеҙ.
Ете бала әсәһе Анна Кузнецова Рәсәйҙә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Хәҙер илдә дауаханалар һәм мәктәптәр янындағы йәйәүлеләр үткәүелдәре мониторингы үткәреләсәк. Башланғысты Анна Кузнецова тәҡдим итте.
Сығанаҡ һәм фото: "Аңлатабыҙ.Башҡортостан"